Ут менән һыу. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ут менән һыу


Береһе ут , береһе - һыу,
Ир менән ҡатын
Ут та, һыу ҙа - ял-ҡойроҡһоҙ,
Йүгәнһеҙ аты.
Шулай булғас, нисек улар
Имен дә аман,
Уты һүнмәй, һыуы - кипмәй
Бергәләр һаман?
Утһыҙ усаҡ - һыуыҡ усаҡ,
Өйҙөң юҡ ҡото,
Ни яҡтыһы, ни йылыһы -
Булмаһа утың.
Тик һыуһыҙ ҙа һис бер йәм юҡ,
Ҡайнамай ҡаҙан,
Бар нәмәнең бәҫен ала
Өйҙәге туҙан.
Усаҡта - ут, ҡаҙанда һыу -
Ғаилә ашы.
Ут-һыуҙай була белеүҙер-
Бәхеттең башы...


2013